+20 °С
Облачно
Яңылыҡтар
31 Октября 2022, 05:35

Тәүге ҡар.

Тәүге ҡар... Бөгөн тәүге ҡар яуҙы... Уны ҡарарға тип йүгереп тышҡа атылып сыҡтым. Эре ҡар бөртөктәре ҡулдарыма, биттәремә яуа башланы. Мин ынйы бөртөктәрен тотоп ҡалырға теләгәндәй ҡулдарывмды һондом. Ә улар йылы устарыма төшкәс тә шундуҡ иреп юҡҡа сыҡтылар. Ә ҡулдарым еүешләнде. Йылыға сорналған биттәремде лә ябалаҡлап яуған ҡар бөртөктәренә бер аҙ ҡуйып торҙом. Шундай рәхәт икән! Гәрәбәләй ап- аҡ ынйы бөртөктәре битемдә иреп юҡҡа сыҡтылар. Ошо матурлыҡҡа һоҡланып , мәж килгән арала ер өҫтөнә иғтибар иттем. Ә унда ваҡ ҡына ниндәйҙер тәпәй эҙҙәрен күрҙем. Баҡтиһәң, сысҡан эҙҙәре икән..

Тәүге ҡар.Тәүге ҡар.
Тәүге ҡар.
Ошо матурлыҡты юғалтҡы килмәй ине. Йәһәт кенә өйҙәге эштәрҙе эшләнем дә, һеңлем менән
кире тышҡа сыҡтым . Епшеккә әйләнгән ап- аҡ ҡарҙан Ҡар бабай һыны эшләп ҡуйҙым. Үҙенә күрә
йәтеш кенә килеп сыҡты. Бер ҙә өйгә инге килмәй бит әле. Ер өҫтө ап- аҡ түшәк менән
ҡапланғанмы ни ! Япраҡтары ҡойолоп өлгөрмәгән һап –һары ағастар ҡар менән ҡапланып, күҙҙең
яуын алып ултыралар.Бигерәк һоҡланғыс! Ҡар бабайым янына ҡар фәрештәһен дә эләп ҡуйҙым.
Әсәйем өйгә саҡырмаһа, һаман да уйнап йөрөр инем. Ошо матур бер көнөмдән ҡәнәғәт ҡалдым.
Тағын да күберәк ҡар яуыуын теләнек. Тиҙҙән сана, конькиҙа йөрөү теләге уянды. Шундай матур
хыялдар менән татлы йоҡоға киткәнмен. Ә икенсе көнө иртән тороуға кисәге яуған ҡар иреп
бөткән ...Минең күңелемде борсолоу баҫты. Ә мин улай булыр тип теләмәгәйнем бит. Иртән сәй
эскәндә минең борсолғанды белеп , әсәйем дә йыуатты. “Тиҙҙән күп итеп ҡар ҙа яуыр, ҡыш та
килер, туйғансы саф һауала ла йөрөп уйнарһығыҙ. Тик донъялар тыныс торһон . Киткән
ағайҙарығыҙ иҫән –һау ҡайтһындар” , -тип мине тынысландырҙы. Ысынлап та, күк йөҙөбөҙ аяҙ,
көндәребеҙ матур, тыныс булһын тип теләнем. Барыбыҙға ла бәхетле йәшәргә яҙһын!
Айнагөл Хафизова. Белорет районы, Шығай мәктәбе уҡыусыһы.
Автор:Айнагөл Хафизова
Читайте нас