+13 °С
Облачно
Яңылыҡтар
1 Ноября 2022, 06:07

"Етегән" ҡабаттан йондоҙ булып балҡый!

2000 йылда барлыҡҡа килеп,башҡорт эстрадаһы күгендә сағыу йондоҙ булып балҡып, оҙаҡ йылдар буйы һүнеп торғандан һуң "Етегән" төркөмө ҡабаттан сәхнәгә ҡайтты.

"Етегән" ҡабаттан йондоҙ булып балҡый!"Етегән" ҡабаттан йондоҙ булып балҡый!
"Етегән" ҡабаттан йондоҙ булып балҡый!

– Сәләм “Етегән” төркөмө! Үҙегеҙ менән яҡыныраҡ таныштырһағыҙсы?   

      Һаумыһығыҙ! Әбйәлил районының Хәлил ауылында ойошторолоп, “Етегән йондоҙ” төркөмө булып башлап киттек. Тәүҙә ете кеше инек, йырсылар һәм бейеүселәр булды.Бөгөн төркөмөбөҙҙә өс кеше ҡалдыҡ һәм “Етегән” тигән генә исемде ҡалдырҙыҡ. Заһит Ғәбитов, Нәркизә Ғәлимова һәм мин - төркөм етәксеһе Илдәр Ғәлимов. Заһит Әбйәлил район мәҙәниәтендә эшләй.  Нәркизә менән мин  Магнитогорск ҡалаһында йәшәйбеҙ һәм эшләйбеҙ.

2002 йыл беҙҙең  “Һин китмә” тигән беренсе альбомыбыҙ, артабан  2005 йылда - “Һин генә”, 2007 йылда  “Тик һин” исемле альбомдарыбыҙ донъя күрҙе.

Ун  йыл буйына ҡайҙа юғалып торҙоғоҙ?

   Нәркизә:   Беҙҙең төркөм 2000 йылда төҙәлдө һәм, 9 йыл дауамында күп кенә йырҙар ижад итеп, матди яҡтан ярҙам булмау сәбәпле,  2009 тарҡалырға мәжбүр булдыҡ.  Сөнки заман ныҡ үҫешә, ә яңы, сифатлы йырҙар, аранжировкалар ижад итер өсөн аппаратура, концерттарға сәхнә өсөн яҡтылыҡ ҡоролмалары бик ҡиммәтле.

– Сәнғәт кешеләре, һеҙҙеңсә, ниндәй булырға тейеш? 

Заһит : Хоҙай талант бирмәйенсә бер кеше лә сәнғәт кешеһе булып китә алмайҙыр.  Мәгәр сәнғәт кешеләре асыҡ , нескә күңелле булырға тейеш.

– Ниндәй йырҙарығыҙ тамашасы һөйөүен яулап өлгөрҙө һәм ни өсөн?

  Илдәр:   “Һин китмә” йыры 2000 йылда ижад ителде, 2001 радиоға сыҡты. Шул йыр - беҙҙең визит карточкабыҙ. Шул йыр менән “Етегәнде” беләләр. 2003 йыл “Мөхәббәт” йыры донъя күрҙе, әммә ләкин халыҡ араһында таралыу тапмай, төркөм тарҡалыу менән был йыр ҙа һандыҡ төбөнә төшөп ятты. Бәлки, ваҡыты етмәгән булғандәр инде.  2021 йылда был йыр, шишмә кеүек үҙ юлын табып, яңынан өҫкә ҡалҡып сыҡты.  “Етегән”дең хәҙер яңынан балҡыуына ошо йыр сәбәпсе булып тора ла инде.

Ниндәй ижади пландарығыҙ бар?

     Заһит: Әлеге ваҡытта “Етегән” төркөмөнөң “Шаян ҡыҙ” тигән тәүге клип донъя күрҙе. Киләсәктә яңы йырҙарыбыҙҙы тамашасыға еткереү һәм яңы клиптар төшөрөү күҙ уңында тотола. Һәм әлбиттә, ҙур гастрольдарға сығырға уйыбыҙ бар!

– Гостроль ваҡытында ҡыҙыҡлы хәлдәргә тарығанығыҙ булдымы?

Илдәр: Һәр бер концерт үҙенсәлекле ҡыҙыҡ. Һөйләй башлаһаң “Аманат”тың биттәре етмәҫ! ))))

– “Аманат” журналын уҡыусыларға теләктәрегеҙ?

   Заһит:   Рухлы булығыҙ, тыуған төйәкте, тыуған телебеҙҙе башҡорт телен һаҡлағыҙ. Тарихты онотмағыҙ. Һәр ваҡыт тик яҡшы теләктәр менән йәшәгеҙ. Һәм беҙҙең концерттарға килегеҙ. Тамашасы һөйөүе - беҙҙең өсөн иң ҙур бүләк. 

– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Тамашасыларҙы йырҙарығыҙ менән бәхетле итеп, оҙон-оҙаҡ ижад итергә яҙһын!

Сәлимә Ҡаранаева әңгәмәләште.

"Етегән" ҡабаттан йондоҙ булып балҡый!
"Етегән" ҡабаттан йондоҙ булып балҡый!
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас