+19 °С
Облачно
Яңылыҡтар
2 Ноября 2022, 10:20

Ноябрь айына һынамыштар

1 ноябрҙә ямғыр өҫтөнә ҡар яуһа, йәй һалҡын килер, бесән уңыр.2 ноябрь - ҡар ҡоро ергә төшһә, ә ағастар япраҡ ҡойоп бөтөрмәгән булһа, ул тиҙҙән иреп бөтә.

Ноябрь айына һынамыштарНоябрь айына һынамыштар
Ноябрь айына һынамыштар

🍂3 ноябрь көн йылы булһа, бер аҙна йылы һауа торошо һаҡлана.

🍂4 ноябрь ямғыр яуһа, ҡыш иртә килер. Ваҡ ямғыр һибәләһә, һауа торошо боҙолор.

🍂5 ноябрь көнө ҡар йәки ямғыр яуһа, өс аҙнанан ҡар ята.

🍂8 ноябрь иртәнән бәҫ—ҡарлы ҡышҡа ишара

🍂9 ноябрь ниндәй—май айы шундай

🍂10 ноябрь бәҫ—һыуыҡҡа, томан—епшек көнгә

🍂12 ноябрь ҡырпаҡ ҡар төшһә, ысын ҡыш оҙаҡ көттөрмәҫ

🍂14 ноябрь көнө ҡар төшһә, яҙ һыу күп булыр.

🍂20 ноябрь боҙ ҡатһа, тимәк, башҡа йылытмай.

🍂21 ноябрь епшек ҡар яуһа, яҙ айҙары ямғырлы булыр.

🍂22 ноябрь иртәһендә ағастарҙы бәҫ һырыһа, һоло уңыр. Ямғыр яуһа бойҙай мул булыр.

🍂24 ноябрь һыуыҡ булһа, ике-өс көндән һауа торошо боҙолор.

🍂28 ноябрь көнө ятҡан ҡар яҙға тиклем иремәй.

🍂30 ноябрь көн ҡояшлы икән, ҡыш ҡояш менән әллә ни һөйөндәрмәҫ.

Сығанаҡ: Файҙалы кәңәштәр

Автор:Фаәҙалы кәңәштәр
Читайте нас