-4 °С
Ясно
Яңылыҡтар
2 Ноября 2022, 06:01

ПӘЙҒӘМБӘР ҺӘМ СӘХӘБӘЛӘРҘЕҢ БАЛАЛАР ХАҠЫНДАҒЫ ВАСЫЯТЫ

«Сабыйҙарығыҙҙың иң беренсе һүҙҙәре«Лә иләһә илләЛлаһ» булһын», - тигәнПәйғәмбәр ﷺ (Әл-Хәким хәҙистәр йыйынтығынан). Бының хикмәте: Ер йөҙөнә бөтә пәйғәмбәрҙәр ҙә «Лә иләәһә илләЛлааһ», йәғни «Аллаһтан башҡа ғибәҙәткә лайыҡлы илаһ юҡ» тигән саҡырыу менән килделәр. Был тәүхид һүҙҙәре. Уны ҡабул иткән кеше, иншәәАллаһ, Йәннәткә кермәй ҡалмаҫ, һәм ул кеше мосолмандарҙан һанала.

Добавить в предпочтительные источники Google
ПӘЙҒӘМБӘР  ҺӘМ СӘХӘБӘЛӘРҘЕҢ БАЛАЛАР ХАҠЫНДАҒЫ ВАСЫЯТЫПӘЙҒӘМБӘР  ҺӘМ СӘХӘБӘЛӘРҘЕҢ БАЛАЛАР ХАҠЫНДАҒЫ ВАСЫЯТЫ
ПӘЙҒӘМБӘР ҺӘМ СӘХӘБӘЛӘРҘЕҢ БАЛАЛАР ХАҠЫНДАҒЫ ВАСЫЯТЫ
🌸🍃Абдуллаһ ибн Ғәббәс исемле иң ҙур ғилемле сәхәбәләрҙең береһе (Аллаһ унан риза булһын) былай тигән: «Аллаһҡа итәғәт итегеҙ, гонаһтарҙан һаҡланығыҙ! Балаларға Аллаһтың әмерҙәрен үтәргә, тыйған эштәренән тыйылырға ҡушығыҙ! Был үҙегеҙҙе лә, балаларығыҙҙы ла Уттан һаҡлау булыр» (Ибн Джәрир риүәйәте).
Бының хикмәте:
✅ Сабый бала йәштән үк хәләл менән харамдың барлығын белеп, харамдан тыйылырға һәм яҡшы ғәмәлдәр эшләргә кәрәк икәнен аңлап үҫергә тейеш.

🌸🍃Дүртенсе хаҡ хәлифә Ғәли ибн Әбү Талиб (Аллаһ унан риза булһын) былай тигән:
«Балаларығыҙҙы өс нәмәгә өйрәтегеҙ: Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ яратырға, уның ғаиләһен хөрмәт итергә һәм Ҡөрьән уҡырға. Сөнки Ҡөрьәнде белгән кеше Ҡиәмәт көнөндә Аллаһтың Тәхете күләгәһендә – пәйғәмбәрҙәр һәм изгеләр менән бергә булыр» (Тәбәрани риүәйәте).
Был һүҙҙәрҙең хикмәте:
✅ Аллаһ рәсүлен ﷺ яратыу ҡасан хасил була? Әгәр беҙ уның холҡон, кисерештәрен һәм сифаттарын белһәк. Быларҙы беҙ уның тураһындағы тарихты (сираны) уҡып, хәҙистәрен өйрәнеп белә алабыҙ. Сабыйҙың Аллаһҡа, Уның рәсүленә ﷺ мөхәббәттә булыуы өсөн дә беҙ уларға: «Аллаһ Тәғәлә әйтте, Уның рәсүле ﷺ әйтте», - тип һөйләйбеҙ. Шул саҡта ғына хаҡиҡи мөхәббәт, хөрмәт барлыҡҡа килә.
Сәхәбәләр үҙҙәре лә үҙ балаларына Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ, уның тарихын (сираһын) һәр ваҡыт үрнәк итеп күрһәткән. Мәҫәлән, Сәғд ибн Әбү Үаҡҡас исемле бөйөк сәхәбә:
«Балаларыбыҙға Аллаһ илсеһенең ﷺ яуҙа йөрөгәндәрен Ҡөрьән-Кәримде өйрәткән кеүек өйрәтә торған инек», - тигән.

Илдар хәҙрәт ХәйруЛлаһ,
"Ваҡыт!"
 
Автор:Ваҡыт
Читайте нас