-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Ноябрь 2022, 11:41

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт гимназия-интернаты Бөтөн Рәсәй мәктәп музейҙары фестивалендә еңеү яуланы

Гимназия уҡыусылары фестивалдә Зөмәрә Хисмәтуллина исемендәге тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы менән таныштырҙы.

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт гимназия-интернаты Бөтөн Рәсәй мәктәп музейҙары фестивалендә еңеү яуланы
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт гимназия-интернаты Бөтөн Рәсәй мәктәп музейҙары фестивалендә еңеү яуланы

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты «Мәҙәни маршрут» Бөтөн Рәсәй мәктәп музейҙары фестивалендә еңеү яуланы. Гимназия уҡыусылары фестивалдә Зөмәрә Хисмәтуллина исемендәге тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы менән таныштырҙы.

Фестиваль барышында уҡыусылар өсөн бай программа әҙерләнгәйне. Еңеү музейы экспозициялары буйлап экскурсиялар һәм проект өҫтөндә эш. 1-се башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары «Киләсәк – тарих ҡулында» проекты менән беренсе урынды алды. Уҡыусылар «Орленок» лагерына патриотик сменаға юлламалар менән бүләкләнде.

Гимназияның тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы 1977 йылда Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Муса Мортазин исемендәге премия лауреаты, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы Зөмәрә Хисмәтуллинаның башланғысы менән булдырылған.

Зөмәрә Вәли ҡыҙы Хисмәтуллина 1976 йылдан 2009 йылға тиклем Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында география уҡытыусыһы булып эшләгән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-11-02/gimnaziya-internat-n1-imeni-rami-garipova-stala-pobeditelem-vserossiyskogo-festivalya-shkolnyh-muzeev-3012799

Автор: ИА "Башинформ"
Читайте нас