+14 °С
Облачно
Яңылыҡтар
2 Ноября 2022, 06:38

Шайморатов һәйкәлен күрҙек

Көҙгө каникул көндәрендә, шайморатов класының тәрбиәүи эш планына ярашлы, беҙ, Күмертау ҡалаһы 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатының 5б класы уҡыусылары, класс етәксебеҙ Харрасова Филүзә Рәжәп ҡыҙы һәм ата - әсәләр менән берлектә Өфө ҡалаһына экскурсияға барҙыҡ.Төп маҡсатвбыҙ - 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейын һәм Шайморатов генералға арналған һәйкәлде барып күреү ине. Экскусияла музейҙың барлыҡҡа килеү тарихы тураһында һөйләнеләр. Бай фото - документаль материал, ҡорал, наградалар, хәрби форма, яугирҙәрҙең шәхси әйберҙәре, һуғыш осоро көнкүреш әйберҙәре, байраҡтар ҡуйылған мөйөштәр менән таныштырҙылар.

Шайморатов һәйкәлен күрҙекШайморатов һәйкәлен күрҙек
Шайморатов һәйкәлен күрҙек

М. Шайморатовтың шәхси әйберҙәре һаҡланҡан витриналарҙы күрҙек.Фотоматериалдар исемлеге араһында үҙҙәренең ҡарт ҡартатайҙарының, ҡарт олатайҙарының исемдәрен күргән Абдрахманов Линар, Ишморатова Амалия, Маркабаева Азалия, Яҡупова Кариналар айырыуса ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙеләр.Экскурсия аҙағында интерактив уйын тәҡдим иттеләр.Музейҙан барыбыҙ ҙа тәьҫоратланып, ҡәнәғәт булып сыҡтыҡ.
Музейҙан һуң М. Шайморатовтың һәйкәле янына юлландыҡ. Мәңгелек батырҙарҙың ҡаһарманлыҡтарын сағылдырған һәйкәл барыбыҙҙың да күңелдәребеҙҙе әсир итте. Тышҡы йөҙөнән үк Ватан тарихын һөйләп торған һәйкәл янында фотоға төштөк. Легендар батырыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәленә барҙыҡ. Өфө ҡалаһының иң иҫтәлекле тарихи урындары менән таныштырыу өсөн экскурсовод яллау бик отошло булды.
Сәйәхәтебеҙ аҙағында уйын майҙансыҡтарына һуғылдыҡ. Рәхәтләнеп ял иттек, уйнаныҡ. Бик матур, тәьҫораттарға бай, ҡыҙыҡлы ял көндәре ойошторған класс етәксебеҙ Харрасова Филүзә Рәжәп ҡыҙына, алыштырғыһыҙ видеоператор булып, ярҙам итеп йөрөгән әсәйҙәребеҙ Ҡасимова Екатерина Владимир ҡыҙына һәм Маркабаева Рәмилә Рәүеф ҡыҙына 5б класының уҡыусылары, ата - әсәләре исеменән ҙур рәхмәт әйтәбеҙ.

 

Күмертау ҡалаһы 3- сө БРГИ - ның шайморатов класы командиры Мәмбәтов Айнур

Шайморатов һәйкәлен күрҙек
Шайморатов һәйкәлен күрҙек
Шайморатов һәйкәлен күрҙек
Шайморатов һәйкәлен күрҙек
Шайморатов һәйкәлен күрҙек
Автор:Айнур Мәмбәтов
Читайте нас