+14 °С
Облачно
Яңылыҡтар
3 Ноября 2022, 05:25

Алда беҙҙе өс көн ял һәм 13 градус һалҡын көтә

Синоптиктар алдағы көндәргә һыуыта тип фаразлай.

Алда беҙҙе өс көн ял һәм 13 градус һалҡын көтәАлда беҙҙе өс көн ял һәм 13 градус һалҡын көтә
Алда беҙҙе өс көн ял һәм 13 градус һалҡын көтә

Синоптиктар алдағы көндәргә һыуыта тип фаразлай.

Иртәгә, 4 ноябрҙә, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә -4, -9, аяҙытҡанда -13-кә тиклем, көндөҙ -4, +1 градус.

5 ноябрҙә, шулай уҡ бер аҙ ҡар яуыуы, юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -3, -8, аяҙытҡанда -13-кә тиклем, көндөҙ -4, +1 градус.

Гүзәлиә Хәмитова фотоһы. Бөрйән районы, Һарғая ауылы.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас