

Ҡыҙғанысҡа баланы ҡотҡара алмағандар.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә Федоровка районының Ключевка ауылында 8 йәшлек бала апаһы менән күлдән 15 метр алыҫлыҡта уйнап йөрөгән. Ҡапыл бала күл өҫтөнә сыҡҡан һәм боҙ аҫтына киткән. Апаһы үҙ көсө менән ҡустыһын ҡотҡарырға тырышҡан, ләкин көсө етмәгән. Килгән водолаздар баланың кәүҙәһен ике метр тәрәнлектән сығарған.
Боҙға бәйле хәүеф тураһында оноторға ярамай!
Ҡышҡы миҙгелдә үлем осраҡтарының төп сәбәбе - һыу ятҡылығында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү (нығынып етмәгән боҙ өҫтөнән йөрөү, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырыу һәм башҡалар). Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: боҙ хәүефһеҙ булһын өсөн уның ҡалынлығы 10-12 сантиметрҙан да кәм булмаҫҡа тейеш.
Ҡар менән ҡапланған боҙҙан һаҡ булыу зарур: ҡар аҫтында боҙ яйыраҡ ҡатлана. Мәҫәлән, тотош һыу ятҡылығы буйлап асыҡ боҙ ҡатламы 10 сантиметр булһа, ҡар аҫтында ул ни бары 3 сантиметр ғына.
фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы