+21 °С
Болотло
Яңылыҡтар
7 Ноябрь 2022, 06:48

“Сәнғәт төнө - 2022”

Башҡортостан Республикаһы Милли әҙәбиәт музейы Бөтә Рәсәй “Сәнғәт төнө” акцияһына ҡушылып мәҙәни һәм әҙәби майҙансыҡ булдырҙы.

“Сәнғәт төнө - 2022”“Сәнғәт төнө - 2022”
“Сәнғәт төнө - 2022”

БР Милли әҙәбиәт музейы Бөтә Рәсәй “Сәнғәт төнө” акцияһына ҡушылып мәҙәни һәм әҙәби майҙансыҡ булдырҙы. Акцияның төп маҡсаттарының береһе – халыҡты мәҙәни һәм әҙәби мөхиткә нығыраҡ йәлеп итеү. Музейға килеүселәргә бик ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс, фәһемле программа әҙерләнгәйне, уның менән сараны алып барыусы Гөлнур Ҡорманаева баштан уҡ таныштырып китте. Кисәлә төп иғтибар яҙыусыларға йүнәлтелде, атап әйткәндә, Милли әҙәбиәт музейы тарафынан БР Халыҡ шағирҙары тураһында төрлө форматтағы мәғлүмәттәр тупланған мульти-медиа гид проекты презентацияланды. Кисәне БР Милли әҙәбиәт музейының директор урынбаҫары Айгөл Хөсәйен ҡыҙы Зөлҡәрнәева асып, проект авторы булараҡ мульти-медиа гид менән ентекләп таныштырҙы. Мәғлүмәти киоскка ингән 19 халыҡ шағирының әле лә беҙҙең арала йәшәп, әҙәбиәт һағында торғандары йәки хәләл ефеттәре, балалары саҡырылды. Халыҡ шағирҙарынан шәхсән Рәшит Шәкүр, Гөлфиә Юнысова, шулай уҡ Рауил Бикбаевтың хәләл ефете Фәриҙә Яҡуп ҡыҙы, Ҡәҙим Аралбаевтың ҡыҙы Ләйлә Аралбаева, Рауил Шаммастың улы Алмас Шаммасов, Факиһа Туғыҙбаеваның ҡыҙы Зөлфиә Күскилдиналар ҡатнашты. Кисә әҙиптәребеҙҙең йәки уларҙың балаларының Милли әҙәбиәт музейы фондына үҙ теләктәре менән шәхси әйберҙәрен тапшырыу, буласаҡ ошо музей экспонаттары тураһында шәхестәребеҙ үҙҙәре үк, йәки балалары тарафынан бәйән итеү менән дауам итте. Киләсәктә тарих булып һаҡланасаҡ, әҙип тормошоноң әһәмиәтле, ҡыҙыҡлы мәлдәрен, ғөмүмән, йәшәү рәүешен күҙалларға ярҙам итәсәк ҡәҙерле ҡомартҡылар менән Рәшит Шәкүров, Фәрзәнә Аҡбулатова, Флүр Ғәлимов уртаҡлашты, шулай уҡ Ҡәҙим Аралбаевтың ҡыҙы Ләйлә атаһы тапшырған әйберҙәр менән таныштырҙы, Факиһа Туғыҙбаеваның шәхси әйберҙәрен ҡыҙы Зөлфиә Мансур ҡыҙы, Әхмәт Сөләймәновтың ҡомартҡыларын улы Йәлил Әхмәт улы таныштырып фондҡа тапшырҙылар. Кисәне РФ һәм БР Халыҡ йырсыһы Флүрә Килдейәрова етәкселегендәге З.Исмәғилев ис. Өфө сәнғәт институты студенттары һәм БР атҡаҙанған артисы Венера Юлгилдина матур сығыштар менән биҙәне.
“Сәнғәт төнө” сиктәрендә уҙған кисәнең әҙәби өлөшөнән тыш музейға килеүселәргә музей хеҙмәткәрҙәре Гөлнур Ҡорманаева, Нурзилә Хөснуллина ойошторған фоамирандан “Сәскә эшләргә өйрәнеү” һәм “Таш сәскә” ташҡа һүрәт төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәрестәре эшләне, һәр теләгән кеше үҙен һынап ҡарай, яңы һөнәргә өйрәнә алды. Шулай уҡ 1812-се йылғы Ватан һуғышына арналған “Гроза двенадцатого года” тип аталған күргәҙмә эшләп торҙо, уның менән музей хеҙмәткәре Радмил Абдрахманов яҡындан таныштырҙы, мәғлүмәт өсөн шуны әйтергә кәрәк, бик йөкмәткеле был күргәҙмә күптән түгел “Торатау” конгресс-холлда үткән «Нәфис әҙәбиәттә башҡорттар һәм 1812-се йылғы Ватан һуғышы» тип аталған түңәрәк өҫтәл сиктәрендә башлап эшләгәйне, күргәҙмә менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың теләктәрен иҫәпкә алып күргәҙмә ноябрь аҙағына тиклем эшләп торасаҡ. “Сәнғәт төнө” акцияһына арналған сараның аҙағында бөйөк шағирыбыҙға арналған “Бабич” фильмын ҡарау тәҡдим ителде. Әҙәби, мәҙәни усаҡтарыбыҙҙың ҡотон һаҡлап, әҙәбиәтебеҙ һәм мәҙәниәтебеҙ күгендә яҡты йондоҙ булып балҡыған әҙиптәребеҙҙең, сәнғәт эшмәкәрҙәренең ижадына хөрмәт күрһәтеп, үҙҙәре менән ошондай мауыҡтырғыс осрашыуҙарҙарҙа тағы күрешергә яҙһын!

БР Милли әҙәбиәт музейы матбуғат хеҙмәте

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас