

3 тиҫтәнән ашыу фекер алышыу майҙансығы, түңәрәк өҫтәл һәм оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Ошонда уҡ Башҡортостан предприятиелары менән милли инклюзив килешеүҙәр төҙөлдө. “Социаль координатор” тип аталған проект буйынса ла өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Ул ауыр тормош шарттарында ҡалған граждандарға ярҙам итеү өсөн тәғәйенләнгән. Форумда ҡатнашыусылар билдәләүенсә, илдә һатылған реабилитация сараларының 80 проценты Америка һәм Европала етештерелгән. Шуға күрә лә был мәсьәлә бик киҫкен тора. Форум уңайлы мөхит булдырыу, реабилитация һәм тәрбиәләү техник ҡоролмаларын етештереүселәр һәм килтереүселәр менән аралашыу, реабилитацияның көнүҙәк мәсьәләләре буйынса фекер алышыу өсөн илдә иң ҙур һәм үҙенсәлекле майҙан булып торҙо. Өс көн үткән сарала белгестәр мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең проблемаларына туҡталып, уларҙы хәл итеү юлдарын өйрәнде.