+15 °С
Ясно
Яңылыҡтар
14 Ноября 2022, 10:08

Ай, һылыу!

"Ай, һылыу" конкурсының сираттағы ҡатнашыусыларын ҡаршы алайыҡ

Ай, һылыу!Ай, һылыу!
Ай, һылыу!

Алтынай Тоҡомбәтова. Ейәнсура районының Ҡужанаҡ ауылынан.

“Миңә – 12 йәш. Йырларға, бейергә, һүрәт төшөрөргә, пластилиндан төрлө һындар эшләргә яратам. Ҡышын саңғыла йөрөйөм. Дуҫтарым менән конькиҙа шыуабыҙ. Буш ваҡытымда әсәйемә ярҙам итәм. Ҡамыр баҫам, бәлештәр бешерәм. Ҙурайғас йырсы булырға теләйем”.

Азалия Асаинова.  Өфө ҡалаһынан.

“Миңә –  12 йәш.   М. Искужин исемендәге 136-сы һанлы башҡорт лицейының 6”в” синыфы уҡыусыһымын. Буш ваҡытта  һүрәт төшөрөргә, мәрйендәрҙән төрлө биҙәүестәр эшләргә, бейергә, башҡортса әкиәттәр уҡырға бик  яратам”.

Гөлфиә Салауатова. Ғафури районының Мораҙ ауылынан.

“Мин  Н. А. Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында белем алам. Бейергә ныҡ яратам, спорт менән дә дуҫмын. Яратҡан фәндәрем  физика, информатика, математика һәм инглиз теле. Уҡыу алдынғыһымын, бар фәндәрҙән дә "5" билдәләренә генә өлгәшәм”.

Арина Биктимирова, Сибай ҡалаһынан:

“Миңә – 7 йәш. Төрлө-төрлө конкурстарҙа, сараларҙа әүҙем ҡатнашып призлы урындар яулайым. Буш ваҡыттарымда бейергә, йырларға, шиғырҙар һөйләргә яратам. Ҙур үҫкәс уҡытыусы булырға хыялланам,” – ти һылыуҡай.

Алтынай Әфләтүнова. Әбйәлил районының Асҡар ауылынан.

“Миңә – 9 йаш. 2-се синыфта уҡыйым. Буш ваҡытымда һүрәт төшөрәм. Уҡыуҙан тыш, мәктәптә төрлө түңәрәктәргә йөрөйөм. Ял көндәрендә әсәйемә тәмлекәстәр бешерергә ярҙам итәм.

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас