+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Ноябрь 2022, 08:35

Берҙәмлектә – көс!

Яңауыл ҡалаһының 14-се һанлы «Дюймовочка» балалар баҡсаһында бик матур сара уҙҙы.

Берҙәмлектә – көс!
Берҙәмлектә – көс!

Бергә уҡыйбыҙ, уйнайбыҙ,

Уртаҡ тыуған илебеҙ,

Барыбыҙға ла ҡәҙерле

Беҙҙең ғәзиз еребеҙ.

Мин башҡорт,

Мин – татар,

Мин – рус,

Мин – сыуаш,

Еребеҙҙә беҙ бәхетле

Дуҫлыҡ илендә тыуғас…

        (Ф. Ғөбәйҙуллина)

 

4 ноябрь- Халыҡтар берҙәмлеге көнө.  Был байрамды билдәләп, Яңауыл ҡалаһының 14се һанлы «Дюймовочка» балалар баҡсаһында бик матур сара уҙҙы. 2се өлкән төркөм тәрбиәләнеүселәре үҙҙәренең тәрбиәселәре Васильева Гульнара Виталий ҡыҙы һәм музыкаль етәксе Калиуллина Светлана Анатолий ҡыҙы менән байрамға тыуған ил, дуҫлыҡ тураһында шиғырҙар, йырҙар, халыҡ бейеүҙәре әҙерләгәндәр.

Был сараның төп маҡсаты булып халыҡтар дуҫлығы төшөнсәһен нығытыу тора. Тәрбиәләнеүселәр байрамдың тарихы, илебеҙҙә йәшәүсе төрлө милләт вәкилдәре, уларҙың милли кейеме, милли аш-һыуҙары менән таныштылар.

Татар, башҡорт, рус, удмурт милли уйындары байрамды айырыуса биҙәне. Унан тыш, күмәкләп уйнағанда балаларҙа дуҫлыҡ, татыулыҡ хистәре тәрбиәләнә,  улар тәүәккәл, һиҙгер булырға өйрәнә.

Балалар баҡсаһында Халыҡтар берҙәмлеге көнөн билдәләү оло әһәмиәткә эйә. Был байрам балаларҙы кесе йәштән үк гражданлыҡ рухында тәрбиәләй, илһөйәр, үҙ-ара дуҫ, татыу булырға өндәй.

 

 

Яңауыл ҡалаһының 14се һанлы “Дюймовочка” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе

Мирвалеева Илүзә Флюр ҡыҙы.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: