-23 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Ноябрь , 12:32

Өфөлә башҡорт рок-төркөмдәренең һәм билдәле оркестрҙың тәүге тапҡыр «Тере тауыш» тигән берлектәге концерты була

17 ноябрҙә Өфөлә «Тере тауыш» йәштәр фестивале ойошторола. Кемдәр ҡатнашасаҡ?

Өфөлә башҡорт рок-төркөмдәренең һәм билдәле оркестрҙың тәүге тапҡыр «Тере тауыш» тигән берлектәге концерты була
Өфөлә башҡорт рок-төркөмдәренең һәм билдәле оркестрҙың тәүге тапҡыр «Тере тауыш» тигән берлектәге концерты була

17 ноябрҙә Өфөлә «Тере тауыш» йәштәр фестивале ойошторола. «Бишбармаҡ» оркестры, «Дәрүиш Хан» һәм «ЕвроАзия» рок-төркөмдәре тәүге тапҡыр бер сәхнәлә сығыш яһай. Башҡорт музыканттары тамашасыларҙы яратып өлгөргән хиттары һәм яңы йырҙары менән ҡыуандырмаҡсы.

Фестиваль «Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү» программаһы сиктәрендә уҙғарыла. Концерт Республика халыҡ ижады үҙәгенең мәҙәниәт йортонда була. Адресы:  Өфө ҡалаһы, Кустарная урамы, 17. Билеттарҙы «Пушкин картаһы» буйынса һатып алырға мөмкин.

Йәш сикләүе 12+.

Автор:Ләйсән Закирова

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-11-15/bashkirskie-rok-gruppy-i-izvestnyy-orkestr-dadut-v-ufe-pervyy-sovmestnyy-kontsert-tere-tauysh-3030089

Автор:"Башинформ"
Читайте нас в