

Салауат Юлаев һәйкәле 1967 йылдың 17 ноябрендә Өфө ҡалаһының көньяғында Ағиҙел йылғаһы буйындағы текә ярға ҡуйыла. Ҙурлығы буйынса Европала уға тиңләшеүсе һыбайлы һәйкәле юҡ. Скульптор — Сосланбәк Тавасиев, Архитектор — Ғәйнетдинов Исмәғил Ғәли улы.
Һәйкәлдең бейеклеге 9,8 метр, ауырлығы — 40 тонна
Салауат Юлаев һәйкәле — башҡорт халҡының һәм Башҡортостан халыҡтарының берҙәмлек символын кәүҙәләндерә. Был һәйкәл Башҡортостандың визит карточкаһы, шулай уҡ һәйкәлдең һүрәте Башҡортостан Республикаһы гербында үҙәк элемент булып тора