+9 °С
Облачно
Яңылыҡтар
21 Ноября 2022, 11:20

Республика полицияһы махсус мәктәптән ҡасҡан 16 йәшлек үҫмерҙе эҙләй

24 октябрҙә ул Туймазы районында урынлашҡан ябыҡ типтағы Серафимовка махсус мәктәбе биләмәһенән сығып киткән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Республика полицияһы махсус мәктәптән ҡасҡан 16 йәшлек үҫмерҙе эҙләйРеспублика полицияһы махсус мәктәптән ҡасҡан 16 йәшлек үҫмерҙе эҙләй
Республика полицияһы махсус мәктәптән ҡасҡан 16 йәшлек үҫмерҙе эҙләй

Башҡортостан полицияһы 16 йәшлек Марсель Ғәлиәкбәровты эҙләй. Республика буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 24 октябрҙә ул Туймазы районында урынлашҡан ябыҡ типтағы Серафимовка махсус мәктәбе биләмәһенән сығып киткән. Ул Өфөлә пропискала тора. Әле уның ҡайҙа икәнлеге билдәһеҙ. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, үҫмер махсус учреждениенан беренсе тапҡыр ғына ҡасып китмәй.

Билдәләре: буйы 175 сантиметр, уртаса кәүҙәле. Капюшонлы ҡара олимпийка, ҡара спорт салбары һәм ҡара туфли кейгән.

«Әгәр үҫмерҙең ҡайҙалығы белһәгеҙ, 7 (347-82) 7-20-97, 7(34782)5-21-02 телефондарына шылтыратып әйтеүегеҙҙе һорайбыҙ», — тип мөрәжәғәт иттеләр халыҡҡа Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

https://www.bashinform.ru/news/law/2022-11-21/politsiya-bashkirii-razyskivaet-sbezhavshego-iz-spetsshkoly-16-letnego-vospitannika-3038752

Автор:Дарья Субботина
Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас