-13 °С
Болотло
23 ноябрҙә Өфөлә иң ҙур боҙ һырғалағы асыла. Черниковка биҫтәһендәге «Төҙөүсе» стадионындағы һырғалаҡтың майҙаны – 17 000 квадрат метр, тип хәбәр итә Орджоникидзе районы хакимиәте.
Һырғалаҡ эш көндәрендә (дүшәмбенән тыш) – киске сәғәт 5-тән 9-ға, ял һәм байрам көндәрендә көндөҙгө 12-нән киске 9-ға тиклем эшләй.
Өлкәндәр өсөн билет хаҡы – 100 һум, балаларға – 70 һум, 4 йәшкә тиклемге кескәйҙәргә инеү бушлай. Конькиҙы прокатҡа алыу сәғәтенә 100 һум тора.