+13 °С
Облачно
Яңылыҡтар
30 Ноября 2022, 06:28

2023 йылда БДИ тапшырыу ваҡыты билдәле булды

Рособрнадзор һәм Мәғариф министрлығы 2023 йылға берҙәм дәүләт имтиханы теҙмәһе (БДИ) һәм төп дәүләт имтиханы теҙмәһе проектын баҫтырып сығарҙы. БДИ өс этапҡа бүленә.   Берҙәм дәүләт имтиханының төп осоро 26 майҙа география, әҙәбиәт һәм химия буйынса имтихандар асасаҡ. Алдан биреү осоро 20 марттан 19 апрелгә тиклем. Төп осор - 26 майҙан 1 июлгә тиклем, ә өҫтәмә осор - 6-19 сентябрҙә.  

2023 йылда БДИ тапшырыу ваҡыты билдәле булды2023 йылда БДИ тапшырыу ваҡыты билдәле булды
2023 йылда БДИ тапшырыу ваҡыты билдәле булды

Информатика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологиялары буйынса имтихан ике көнгә билдәләнгән, ул 19 һәм 20 июндә үтәсәк. Шулай уҡ ике көнгә, 16 һәм 17 июндә сит телдәр буйынса берҙәм дәүләт имтиханынан  үткәреү ҡаралған. 2023 йылда рус теле буйынса берҙәм дәүләт имтиханы 29 майға билдәләнгән. База һәм профилле кимәлдәге математика буйынса БДИ-ны бер көндә - беренсе июнь уҙғарыу күҙаллана. Тарих һәм физика буйынса имтихандар үткәреү - бишенсе, йәмғиәтте өйрәнеү буйынса Берҙәм дәүләт имтиханы - һигеҙенсе, сит телдәр буйынса Берҙәм дәүләт имтиханынан - 13 июндә, планлаштырылған. 2023 йылда төп дәүләт имтихандары үтә: - ваҡытынан алда - 21 апрелдән 16 майға тиклем; - төп - 24 майҙан 1 июлгә ҡәҙәр; - өҫтәмә - 4 сентябрҙән 23-нә тиклем.

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас