+8 °С
Облачно
Яңылыҡтар
1 Декабря 2022, 07:03

15 минутта әҙерләнә торған рулет

Ингредиенттар: 2 йомортҡа 1 ст. шәкәр ҡомо 1 ст. йогурт ванилин 1 бал ҡалағы сода 1,5 ст. он джем, ҡуйы ҡайнатма йә иһә ҡуйыртылған һөт(сгущёнка)

Добавить в предпочтительные источники Google
15 минутта әҙерләнә торған рулет15 минутта әҙерләнә торған рулет
15 минутта әҙерләнә торған рулет

Әҙерләү:

1. Беренсе эш итеп духовканы ҡабыҙып ҡуйығыҙ. Уны 300 градуска тиклем йылытырға кәрәк.

2. Йомортҡа, шәкәр ҡомо һәм ванилинды болғатығыҙ. Ошо ҡатнашмаға йогурт, сода өҫтәгеҙ. Әкренләп он ҡуша башлыйыҡ: ҡамыр ҡуйы, тик ағып торорға тейеш.

3. Табаға ҡағыҙ ҡуйып ҡамырҙы тигеҙләп һалығыҙ. Һәм шул килеш духовкаға оҙатабыҙ. Оҙаҡ тотмайбыҙ: ни бары 7-8 минут. Ҡыҙара башлағас алабыҙ.

4. Алғас шул ҡыҙарған яғын йеүеш пленкаға һалығыҙ. Тиҙ-тиҙ сгущенка йәки джем һылап рулет формаһында төрөгөҙ. Шул пленка уратып ҡуйып һыуынырға ҡалдырығыҙ.

5. Табынға рулетты өҫтөнә пудра һибеп бирһәң, матур була.

Сәйҙәрегеҙ тәмле һәм бергә булһын! 💫

сығанаҡ: https://vk.com/bashkortvk?w=wall-33711741_26719 

Автор:Файҙалы кәңәштәр
Читайте нас