+19 °С
Облачно
Яңылыҡтар
10 Декабря 2022, 07:19

ОНОТМАЙ ХАЛҠЫ УЛДАРЫН

Яуымбай ауылында Украинала барған махсус операция ваҡытында хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған яҡташыбыҙ, гвардия майоры Кинйәкәйев Инсур Вәлий улына хәтерташ асылды.

ОНОТМАЙ ХАЛҠЫ УЛДАРЫНОНОТМАЙ ХАЛҠЫ УЛДАРЫН
ОНОТМАЙ ХАЛҠЫ УЛДАРЫН

Яуымбай ауылында Украинала барған махсус операция ваҡытында хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған яҡташыбыҙ, гвардия майоры Кинйәкәйев Инсур Вәлий улына хәтерташ асылды.

Хәтерташ ҡуйып, ауылдаштарының, класташтарының исемен мәңгеләштереүгә бер аҙым эшләү – Яуымбай ир-уҙаманы Рәил ағай Латипов һәм мәрхүмдең класташтарының, ауылдаштарының инициативаһы.
Хәтерташ асыу сараһында район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары В.Вәлиева, район ветерандар советы рәйесе О.Ғәлиев, райондың ветеран десантсылары,диңгеҙселәре, разведкала, сик һағында хеҙмәт итеүселәре, Яуымбай мәктәбе коллективы, алыҫ араларҙы яҡын итеп килеүсе туғандары, дуҫ-иштәре, класташтары, ауылдаштары ҡатнашты.
Хәтер ташты мәрхүм яҡташыбыҙҙың әсәһе Разия Искәндәр ҡыҙы Кинйәкәйева менән район хакимиәте башлығының урынбаҫары Венера Фәрит ҡыҙы Вәлиевалар асты.
Хәтерташ эргәһенә сәскәләр һалынғас, Инсурҙың апаһы (атаһының бер туған ағайы) Вәхит ағай Кинйәкәйев, инәһе Зәкиә Йәмилха ҡыҙы Суфиянова,әсәһе Разия апай, тәүге уҡытыусыһы Айгөл Ғәлимйән ҡыҙы Ишморатова, бер туған ҡустыһы Илшат, мәктәп директоры Зилә Марат ҡыҙы Зәкирова, ауыл активисы Рәил Латипов һәм башҡалар ҡаһарман яугир хаҡында иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.

ОНОТМАЙ ХАЛҠЫ УЛДАРЫН
ОНОТМАЙ ХАЛҠЫ УЛДАРЫН
ОНОТМАЙ ХАЛҠЫ УЛДАРЫН
ОНОТМАЙ ХАЛҠЫ УЛДАРЫН
ОНОТМАЙ ХАЛҠЫ УЛДАРЫН
ОНОТМАЙ ХАЛҠЫ УЛДАРЫН
ОНОТМАЙ ХАЛҠЫ УЛДАРЫН
ОНОТМАЙ ХАЛҠЫ УЛДАРЫН
ОНОТМАЙ ХАЛҠЫ УЛДАРЫН
ОНОТМАЙ ХАЛҠЫ УЛДАРЫН
Автор:Автор:А. Ғарифуллина. "Таң" гәзите
Читайте нас