-2 °С
Ясно
Яңылыҡтар
12 Декабря 2022, 05:40

Ҡайғылы хәбәр. Мөҙәрис ағай арабыҙҙан китте

Башҡорт драматургы, яҙыусы, шағир, балалар яҙыусыһы-фантаст, журналист Мөҙәрис Багаев 72-се йәшендә донъя ҡуйған. Ул Ишембай районының Яңы Георгиевка ауылында йәшәгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡайғылы хәбәр. Мөҙәрис ағай арабыҙҙан киттеҠайғылы хәбәр. Мөҙәрис ағай арабыҙҙан китте
Ҡайғылы хәбәр. Мөҙәрис ағай арабыҙҙан китте

Башҡорт драматургы, яҙыусы, шағир, балалар яҙыусыһы-фантаст, журналист Мөҙәрис Багаев 72-се йәшендә донъя ҡуйған. Ул Ишембай районының Яңы Георгиевка ауылында йәшәгән.

Мөҙәрис Багаев менән бәхилләшеү 12 декабрҙә иртәнге сәғәт 11-ҙә Өфөлә Цветочная урамында уҙа.

Мөҙәрис Басир улы Багаев 1951 йылдың 2 ноябрендә Федоровка районының Батыр ауылында тыуған. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы булған. «Йәшлек» гәзите, «Аманат» журналы, «Ете төш» повесы өсөн Рәшит Солтангәрәев исемендәге премия, «Илһам шишмәләре» шиғриәт фестивале лауреаты.

Әҫәрҙәре Башҡортостандың хәҙерге яҙыусылары альманахына индерелгән. Республиканың күп кенә театрҙарында уның әҫәрҙәре буйынса спектаклдәр ҡуйылды.

«Башинформ» мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-12-11/skonchalsya-bashkirskiy-pisatel-i-zhurnalist-mudaris-bagaev-3066717

Автор:Ләйлә Аралбаева
Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас