

2023 йылдың тәүге яртыһына яҙылыу кампанияһы сиктәрендә Рәсәй Почтаһы гәзит һәм журналдарға ташламалар менән яҙылырға мөмкинлек бирә.
Өйҙән сыҡмайынса ғына ла яҙыла алаһығыҙ, бының өсөн www.rbsmi.ru сайтына инеп "Подписка"бүлегенән үҙегеҙгә оҡшаған гәзит-журналдарҙы һайлап ала алаһығыҙ. Был ғына ла түгел, Башҡортостан Республикаһының матбуғат йорто ойошторған конкурста бүләк тә отоу мөмкинлеге лә ҡаралған! Конкурста ҡатнашыр өсөн ике баҫмаға: республика һәм район гәзитенә яҙылырға кәрәк буласаҡ.