

Халыҡ-ара башҡорт теле көнөндә күңелгә үҙенән-үҙе мине үҫтергән, уҡытҡан, кеше һәм шәхес иткән ғәзиз туған телемә арналған шиғыр килде. Тел һәм рухиәт байрамыбыҙ мөбәрәк булһын, хөрмәтле милләттәштәрем!
Туған телем хазина ла,
Мөғжизә лә ул миңә.
Мин башҡорт, тип, ғорурланып
Йөрәгем минең тибә!
Ниндәй бәхет, милләттәш, тип
Өндәшеү туған телдә!
Шатланып ғәзиз телмәргә
Йәшәүе бергә-бергә!
Яралғанһың туған телем
Быуаттар төпкөлөндә.
Һаҡла телеңде, башҡортом,
Һөйләш туған телеңдә!
Гөлдәриә Йосопова
14.12.2022