+21 °С
Болотло
Яңылыҡтар
14 Декабрь 2022, 12:13

«Урал батыр мәктәбе»нең концепцияһы ниндәй?

Күзбәкова Рәйсә Абдрахман ҡыҙы әйтеүенсә, программаның нигеҙендә «Урал батыр» эпосы ята. Башҡортостан Башлығы грантына ойошторолған проекттың авторы — арҙаҡлы педагог, яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева. Ул «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәге тарафынан ике йыл элек тормошҡа ашырыла башланы.

«Урал батыр мәктәбе»нең концепцияһы ниндәй?«Урал батыр мәктәбе»нең концепцияһы ниндәй?
«Урал батыр мәктәбе»нең концепцияһы ниндәй?

Бөгөн Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында мәртәбәле сара үтте. 
Күзбәкова Рәйсә Абдрахман ҡыҙы әйтеүенсә, программаның нигеҙендә «Урал батыр» эпосы ята. Башҡортостан Башлығы грантына ойошторолған проекттың авторы — арҙаҡлы педагог, яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева. Ул «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәге тарафынан ике йыл элек тормошҡа ашырыла башланы.

Төп идея — эпостағы аманат һүҙҙәре аша йәш быуынға белем, тәрбиә биреү. Ошо йәһәттән ун йүнәлеш билдәләнгән.

  1. «Тау буйҙары йәшәрһен, Мәңге үлмәҫ төҫ алһын». Тәбиғәтте һаҡлау, эргә-тирәне йәшелләндереү буйынса алып барылған эштәр.
  2. «Еҫерҙәрҙең алдында Күҙенә керпек булығыҙ». Ҡараусыһыҙ ҡалған ҡарттарға, балаларға ярҙам ойоштороу, мохтажлыҡтарын даими хәл итә барыу.
  3. «Ил ынйыһын йәшереп Ергә күмеп ҡуймаҫҡа». Хәлле милләттәштәребеҙҙе бергә туплап, дөйөм мәнфәғәттәребеҙ өсөн ярҙам ойоштороу.
  4. «Яҡшының эскәне һыу булыр, Ямандың эскәне ыу булыр». Эскелеккә ҡаршы аңлатыу эше алып барыу.
  5. «Ил күрергә сыҡтым мин, Ер ҡошонан түгелмен, - Йәшәй торған илем бар, Илһеҙ етем түгелмен». Атай-әсәйһеҙ генә түгел, ә илһеҙ ҡалыуҙың да етемлек икәнлеген аңлатыу, тыуған ереңдең ҡәҙерен белергә, уның киләсәген уйларға өйрәтеү.
  6. «Атамдың хаҡы өсөн, Әсәмдең хәтере өсөн, Тағы ла бер һынайым». Тура юлдан тайпылған милләттәштәребеҙгә ышаныс белдереп, яҡшы яҡтарын билдәләп, рәхмәт әйтеп, дөрөҫ юлға баҫтырырға ынтылыу.
  7. «Күккә менер баҫҡысһыҙ, Ерҙе асыр асҡысһыҙ». Ғилем юлында уңышҡа өлгәшкән йәштәр менән осрашыуҙар, әңгәмәләр үткәреп тороу. Уларҙа туған телдең әһәмиәтен аңлатыу. Уҡыусыларҙы «Урал батыр вариҫтары» тигән ойошмаларға туплау.
  8. «Яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ Ҡыла торған йола бар». Ҡул, тел ярҙамы күрһәткән кешене иҫеңә төшөрөп, рәхмәт әйтеү, үҙе булмаһа, балаларына мәрхәмәтле атай-әсәйҙәре тураһында матур хәтирәләр һөйләү кисәләре.
  9. «Олоно оло итегеҙ, Кәңәш алып йөрөгөҙ. Кесене кесе итегеҙ, Кәңәш биреп йөрөгөҙ». Башҡорт халҡында туғанлыҡ тойғоһо ҙур әһәмиәткә эйә. Ә бындай тәрбиә туғанлыҡ атамалары менән өндәшеүҙән башлана. Уларҙы бәләкәйҙән үк өйрәтеү.
  10. «Йәншишмәнән һыу алып, Үлгәндәрҙе терелтеү Өсөн тыуған батырмын...» Онотолған шәхестәребеҙҙе, тарихыбыҙҙы халҡыбыҙға кире ҡайтарыу, йәш быуынды улар өлгөһөндә тәрбиәләү.

Файҙалы мәғлүмәт: https://vk.com/club175313100

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас