+4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Декабрь 2022, 09:09

Беҙҙең кадеттар Мәскәүҙә!

Беҙгә Өфө районының Советтар Союзы Геройы А.С.Пикунов исемендәге Дорогин ауылы урта мәктәбе 7-се “А” синыфы уҡыусыһы Азалия Шәйхисламова яҙа.

Беҙҙең кадеттар Мәскәүҙә!
Беҙҙең кадеттар Мәскәүҙә!

Беҙҙең кадеттар Мәскәүҙә! Ысын-ысын, 9-сы кластан 6 кадет, Никитин Иван, Вьюгов Егор, Михайлов Егор, Михайлова Злата, Чикина Полина, Ғүмәрова Дана, Мәскәүҙә Халыҡ-ара кадет балынан бик уңышлы сығыш яһап ҡайтты. Уларҙы тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Гөлнара Әнис ҡыҙы һәм уҡытыусылары Ангелина Сергеевна алып барҙы. Был сараның маҡсаты тарихи-мәҙәни ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеү, илһөйәрлек тәрбиәләү, дуҫлыҡ күперҙәре булдырыу, хәрби батырлыҡҡа хөрмәт күрһәтеү ине. Шуға ла бал тап Рәсәй Геройҙары көнөнә тура килтереп уҙа.

Быйыл балда Рәсәйҙең 74 субъектынан 403 уҡыу йортонан 1600 кадет ҡатнашты. Шулай уҡ Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикаларынан да вәкилдәр бар ине. Бындай балдар кадет мәктәптәре  барлыҡҡа килгәс 18-се быуатта үткәрелә  башлай. Балда, әлбиттә, иң тәүге урында бейеүҙәр тора. Беҙҙең уҡыусылар 10 бейеү әҙерләп киттеләр, улар араһында мазурка, полонез, вальс, падепатинер, кадриль, краковяк бар. Был бейеүҙәрҙе уларға бейеү дәрестәрен алып барыусы Селиванова Ангелина Сергеевна өйрәтә.

Балға әҙерлек ваҡытында видеопрезентация эшләнде, унда кадеттар ни өсөн ошо йүнәлеште һайлауҙарын, үҙҙәренең ынтылыштары, маҡсаттары, яулаған үрҙәре тураһында һөйләнеләр.

Советтар Союзы Геройы А.С.Пикунов исемен йөрөткән Дорогин ауылы урта мәктәбендә кадет кластары 2016 йылда асыла. Улар МЧСтың ҡотҡарыусы йүнәлеше буйынса белем алалар. Был класҡа килгәндә балалар ҙур һынау тоталар, сөнки физик яҡтан сәләмәт, спорт менән дуҫ уҡыусылар ғына алына. Иртән – иртүк килеп строй менән йөрөү, автоматты һүтеп-йыйыу, дәрестәрҙән тыш ҡалып күп төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнеү беҙҙең кадеттар өсөн бер ни ҙә тормай. Улар шахмат уйнарға, бейергә, йырларға ла шәптәр. Беренсе ярҙам күрһәтеү, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәрен төплө итеп өйрәнәләр.  Уҡыу йылы башында һәм аҙағында палатка лагерҙарында ятып, төрлө спорт ярыштары ойошторалар, ҡышын саңғы шыуалар, төрлө ҡаршылыҡтарҙы үтергә өйрәнәләр.

Үҙҙәренең алынған белемдәре, күнекмәләре менән төрлө кимәлдәге конкурстарҙа бүлешәләр. Мәҫәлән, 2022 йылда Хафизов Сәмерхан МЧС йүнәлеше буйынса республикала үткән “Иң яҡшы кадет” конкурсында еңеү яулап, мәктәп данын күтәрҙе.

1-се һәм 5-се класҡа килгән балаларҙы кадеттар рәтенә Еңеү паркында һәм Хәрби Дан музейында алалар. Быйыл был тантанлаы сара шулай уҡ декабрь айында үтте һәм мәктәбебеҙ кадеттары рәттәре тағы ла байыны.

Беҙ, Дорогин ауылы мәктәбе уҡыусылары, кадеттарҙан өлгө алабыҙ, улар кеүек илһөйәр, тәүәккәл, ҡыйыу булырға ынтылабыҙ.

Шәйхлисламова Азалия, 7-се “А” класы уҡыусыһы, Дорогин ауылы урта мәктәбе.

Беҙҙең кадеттар Мәскәүҙә!
Беҙҙең кадеттар Мәскәүҙә!
Беҙҙең кадеттар Мәскәүҙә!
Беҙҙең кадеттар Мәскәүҙә!
Беҙҙең кадеттар Мәскәүҙә!
Беҙҙең кадеттар Мәскәүҙә!
Беҙҙең кадеттар Мәскәүҙә!
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: