+8 °С
Облачно
Яңылыҡтар
20 Декабря 2022, 10:58

«Техностарт» конкурсына йомғаҡ яһалды.

«Техностарт» муниципаль конкурсы - ул робот техникаһында тәүге аҙымдарҙы яһаған йәш новаторҙар конкурсы.

Добавить в предпочтительные источники Google
«Техностарт» конкурсына йомғаҡ яһалды.«Техностарт» конкурсына йомғаҡ яһалды.
«Техностарт» конкурсына йомғаҡ яһалды.

Аҡъяр балалар ижады йортонда «Техностарт» муниципаль конкурсына йомғаҡ яһалды.
«Техностарт» муниципаль конкурсы - ул робот техникаһында тәүге аҙымдарҙы яһаған йәш новаторҙар конкурсы. «Техностарт» предприятиеның уҡыу йорттары менән үҙ-ара эш итеү программаһы сиктәрендә «Башҡорт баҡыры» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән берлектә үткәрелә.
Быйыл «Техностарт» масштаблы булды. Конкурста район мәктәптәренең балалар баҡсаларында тәрбиәләнеүселәр, башланғыс һәм өлкән класс уҡыусылары ҡатнашты. Балалар 4 номинацияла көс һынашты: «медиаижад», «конструкторлау һәм модель әҙерләү», «робототехника», «графика». Йәш уйлап табыусылар конкурсы балаларса баһаланманы. Ябай деталдәрҙе йәнләндереү, уларға интеллект биреү - һәр өлкән кеше күтәрә алмаған бурыс. Әммә ҡатнашыусылар өсөн ул ябайыраҡ булды, сөнки робот техникаһы йүнәлеше менән беренсе йыл ғына шөғөлләнмәйҙәр.

«Башҡорт баҡыры» һәм Мәғариф идаралығы вәкилдәренән торған жюри төрлө йәш категорияһындағы 35-тән ашыу эште баһаланы. Һөҙөмтәлә барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа конкурс призерҙары һәм еңеүселәре булды. Улар бүләк сифатында төрлө номиналдағы сертификаттар алды.

«Техностарт» конкурсына йомғаҡ яһалды.
«Техностарт» конкурсына йомғаҡ яһалды.
«Техностарт» конкурсына йомғаҡ яһалды.
«Техностарт» конкурсына йомғаҡ яһалды.
«Техностарт» конкурсына йомғаҡ яһалды.
«Техностарт» конкурсына йомғаҡ яһалды.
«Техностарт» конкурсына йомғаҡ яһалды.
«Техностарт» конкурсына йомғаҡ яһалды.
«Техностарт» конкурсына йомғаҡ яһалды.
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас