

Яңауыл районының Султый ауылы эргәһендә юлсылар һеләүһенгә тап булған. Улар ҡырағай йәнлектең юл буйында йөрөгәнен, һуңынан урманға инеп киткәнен видеоға төшөрөп алған. Райондың социаль селтәрҙәрендә йыртҡыстың халыҡҡа ҙур ҡурҡыныс менән янауы тураһында видеояҙма һалынған.