+8 °С
Ясно
Яңылыҡтар
12 Января 2023, 03:40

Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов вафат булған

Тотош дәүер юҡҡа сыҡты. Барлыҡ республика халҡының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ!  

Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов вафат булғанБашҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов вафат булған
Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов вафат булған
Мортаза Ғөбәйҙулла улына 88 йәш ине.

1990 йылдан 1993 йылдың 24 декабренә тиклем БАССР-ҙың Юғары Советы рәйесе була. 1993 йылдың 25 декабренән 2010 йылдың 15 июленә тиклем - Башҡортостан Президенты.

Ул ҙур сәйәсәттә 13 йылдан ашыу булманы, әммә республиканың һәр кешеһе уны иҫендә тотто һәм хөрмәт итте. Мортаза олатай ҡатмарлы ваҡыттарҙа республикаға ярҙам итте һәм кәңәштәрен бирҙе. Ошоноң менән абруйлы булды. Әле генә Мортаза Рәхимов республика халҡын Яңы йыл менән ҡотлап, Башҡортостандың һәм илдең сәскә атыуын теләне.

Тотош дәүер юҡҡа сыҡты. Барлыҡ республика халҡының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ!
 
Автор:Сәлмән Ярмуллин
Читайте нас