

Башҡортостанда социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың төшөүе күҙәтелә. Был хаҡта «Сәләм» тапшырыуы эфирында Республикаға идара итеү үҙәгенән сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев хәбәр итте.
Министр һүҙҙәренсә, тоҙ — 3%, һыйыр ите, ҡарабойҙай — 1,1%, сәй — 0,9 %, дөгө, шәкәр ҡомо 0,5% арзанайған.