

Мәмбәт ауылы мәктәбе уҡыусыһы Фәриҙә Ҡәйепова ҡышҡы каникулды нисек үткәреүе тураһында хәбәр итә.
Ҡышҡы оҙайлы каникулда беҙ Яңы йыл ғаилә байрамдарында һәм Ҡыш бабай менән үткәрелгән сараларҙа ҡатнаштыҡ. Был күңелле саралар Мәмбәт ауылының мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән берлектә үткәрелде. Байрамдарҙа атай-әсәйҙәр ҙә, башланғыс кластар уҡыусылары ла ҡатнашты. Барыбыҙға ла бик оҡшаны,--тип яҙа Фәриҙә Ҡәйепова.