+13 °С
Ясно
Яңылыҡтар
16 Января 2023, 03:43

Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада еңеүселәрен ҡотланылар

12-13 ғинуарҙа баш ҡалабыҙ Өфөнөң Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада үтте.  

Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада еңеүселәрен ҡотланыларӨфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада еңеүселәрен ҡотланылар
Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада еңеүселәрен ҡотланылар

12-13 ғинуарҙа баш ҡалабыҙ Өфөнөң Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада үтте.

Бәйгенең һайлап алыу турында ситтән тороп республикабыҙҙың район-ҡалаларынан 700-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашһа, йомғаҡлау турында 357 уҡыусы көсөн һынаны. Улар башҡорт теле һәм әҙәбиәте, республикабыҙҙың мәҙәниәте буйынса һорауҙарға яуап бирҙе, текст өҫтөндә эш башҡарҙы.

Олимпиада еңеүселәре тип башҡорт мәктәптәрендә башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүселәр араһында түбәндәге уҡыусылар танылды:

Хунафина Илүзә, Хәйбулла районы Ҡәйүм Әхмәтшин исемендәге Ҙур Әбеш ауылы мәктәбе уҡыусыһы;

Ишемғужина Әҙилә, Өфө ҡалаһы М.Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы;

Йәрмөхәмәтова Илгизә, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусыһы.

Рус мәктәптәрендә башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүселәр араһында:

Латыпова Зөһрә, Илеш районы Үрмәт мәктәбе уҡыусыһы;

Рәхимова Алһыу, Әбйәлил районы Асҡар ауылы Таһир Кусимов исемендәге гимназия уҡыусыһы;

Зәйнуллина Йәнгүзәл, Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейы уҡыусыһы.

Дәүләт башҡорт телен башлап өйрәнеүсе уҡыусылар араһында:

Васильева Алина, Сибай ҡалаһы гимназияһы уҡыусыһы;

Миңлеғолов Дмитрий, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты уҡыусыһы;

Иванцова Анастасия, Мәләүез районы Нөгөш мәктәбе уҡыусыһы.

Дәүләт башҡорт телен дауам итеп өйрәнеүсе уҡыусылар араһында:

Алтынбаева Айгөл, 1-се Республика полилингваль күп профилле гимназия уҡыусыһы;

Таштимирова Хазина, Сибай ҡалаһы гимназияһы уҡыусыһы;

Ғәбдрашитова Алина, Мәләүез районы Нөгөш мәктәбе уҡыусыһы.

Башҡорт мәктәптәре, башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр араһында бөтәһе 81 уҡыусы призлы урын алыуға өлгәште.

Еңеүселәр һәм призерҙарға Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының дипломы һәм бүләге тапшырылды. Унан тыш, республикабыҙҙың юғары уҡыу йорттары, ваҡытлы матбуғат, йәмәғәт ойошмалары тарафынан да махсус приздар булдырылды.

Барығыҙҙы ла ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә ижади уңыштар теләйбеҙ! Артабан да телебеҙҙе һәм мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлауҙа алдынғылар рәтендә булығыҙ.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас