+14 °С
Облачно
Яңылыҡтар
16 Января 2023, 05:17

Көләмәстәр

Атаһы улын тышҡа сана шыуырға алып сыға: –  Атай, мин башҡа һинең менән сана шыуырға бармайым... –  Мыжыма, һөйрә давай! – ти, икән атаһы, ихлас ҡына сана өҫтөндә ятҡан килеш.

КөләмәстәрКөләмәстәр
Көләмәстәр

–  Доктор, мин һәр төндә бер үк төш күрәм, сысҡандар футбол уйнай унда.

–  Бына ошо дарыуҙы эс – бөгөндән үк төштәрең бөтөр.

– Ә иртәгә эсһәм яраймы? Бөгөн – “финал”...

***

Бер ир, ҡулын өҫкә һелтәй-һелтәй, автобус артынан йүгерә. Кешеләр уға ҡысҡыра.

– Кеше көлдөрмә инде!

– Көлкөгөҙ яңырыр әле, – мин бит автобус йөрөтөүсе!

***

Ҡыҙ егетенә үпкәләп:

– Егет кеше яратҡан ҡыҙын өс һүҙ менән ҡыуандырырға тейеш: яратам, һатып алам, барабыҙ!

Егет:

– Ярай, улайһа. Ял итергә яратам, ҡармаҡ һатып алам да балыҡ тоторға барабыҙ!

***

Әсәһе улына:

– Улым, көн дә дискотекаға йөрөмә!

Юғиһә, һаңғырау булып ҡалаһың бит!

– Рәхмәт, әсәй, мин туҡмын. Ун минут элек кенә ашаным.

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас