-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Ғинуар 2023, 11:35

“Аманат” журналының 1-се һанына күҙәтеү

2023 йылдың тәүге һанында ниҙәр бар икән? Журналдар почта йәшниктәренә барып етмәгән әле, ә тиҙерәк шуны белге килә бит! Сер итеп һаҡларға уйлағайныҡ, булмай икән шул – һөйөнсөлө хәбәрҙәр күңелде ҡытыҡлап тик тора. Әйҙәгеҙ, булмаһа был һанда ниндәй ҡыҙыҡлы мәҡәләләр көтә икәнен ҡарап үтәйек.Был һанда беҙ һеҙҙе ниндәй ҡыҙыҡлы мәҡәләләр менән шатландырмаҡсыбыҙмы? Әйҙәгеҙ һуң, өр-яңы һанға күҙ һалып үтәйек.

“Аманат” журналының 1-се һанына күҙәтеү
“Аманат” журналының 1-се һанына күҙәтеү

“Яҙыл да бүләк от!” уйынындағы “Аманат”ың сәпитен кем отто икән? Ошо һорау күптәрҙең башынан сыҡмайҙыр инде, шулаймы? Ә беҙ беләбеҙ, үәт!

Уның турала мәғлүмәтте журналдың беренсе битендә үк уҡырһығыҙ. Әй, онотоп торабыҙ, беҙҙең еңеүселәр араһында квадрокоптер, мобиль аккумулятор, портатив колонка, фитнес-трекер һәм журналдың фирма сәғәттәрен отоусылар ҙа бар бит әле! Улар тураһында ла ошо һанда белерһегеҙ.

“Мин донъяны һүрәтләйем” конкурсына күп эштәр алдыҡ. Был һанда шуларҙың иң яҡшыһы тип табылғандары баҫылып сыҡты. Ә “Ижад ҡомары”нда Резеда Суфиянованың  “Ҡыйыу һәм батыр ҡуян”, “Ерән Мутбикә”  тигән әкиәте донъя күрҙе.

Хәйҙәр Тапаҡовтың “Баҡса ҡарауылсыһы” тип аталған хикәйәһенең дауамы донъя күрҙе.

Был һанда постерҙа ниндәй йондоҙ сығыуы  әлегә сер булып ҡалһын.  “Аманат”тың йыл һылыуы – 2022 титулын Сильвия Ғәлимова еңеп журналыбыҙҙың тышында сығыу бәхете тейҙе.

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: