+13 °С
Ясно
Яңылыҡтар
17 Января 2023, 04:00

Өфөлә иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусыһын һәм йыл уҡытыусыһын асыҡлайҙар

Иң яҡшы уҡытыусыларҙы ике этапта билдәләйҙар, ҡала райондарында һайлап алыу турҙары ойошторола, финалистар иһә еңеүсе исеме өсөн дөйөм ҡала этабында көс һынаша.

Өфөлә иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусыһын һәм йыл уҡытыусыһын асыҡлайҙарӨфөлә иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусыһын һәм йыл уҡытыусыһын асыҡлайҙар
Өфөлә иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусыһын һәм йыл уҡытыусыһын асыҡлайҙар

Өфөлә «Башҡортостан баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы - 2023» һәм «Башҡортостан баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2023» конкурстары башлана. Тейешле ҡарарға Ратмир Мәүлиев ҡул ҡуйған. Указға ярашлы, конкурстар 19 ғинуарҙан 14 февралгә тиклем үткәрелә.

Иң яҡшы уҡытыусыларҙы ике этапта билдәләйҙар, ҡала райондарында һайлап алыу турҙары ойошторола, финалистар иһә еңеүсе исеме өсөн дөйөм ҡала этабында көс һынаша. «Йыл уҡытыусыһы» конкурсында ҡатнашыусылар өсөн түбәндәге номинациялар билдәләнгән: «Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы», «Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы», «Педагогик дебют» (35 йәшкә тиклемге йәш уҡытыусылар өсөн). Йәш башҡорт теле уҡытыусылары өсөн «Педагогик өмөт» номинацияһы булдырылған.

Коронавирустың таралыуына юл ҡуймау өсөн бөтә этаптар ҙа ситтән тороп уҙғарыла. Ҡатнашыусылар асыҡ дәрес һәм оҫталыҡ дәрестәре күрһәтергә, кластан тыш саралар үткәрергә, низағлы хәлдәрҙән сығыу юлын табырға, ойоштороусыларҙың һорауҙарына яуап бирергә тейеш. Еңеүселәрҙе аҡсалата бүләктәр көтә.

Конкурстар уҡытыусыларҙың алдынғы эш тәжрибәһен таратыу, һөнәрҙең абруйын күтәреү, уҡытыусыларҙың мәғарифҡа индергән өлөшөн йәмәғәтселеккә танытыу өсөн үткәрелә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-01-16/v-ufe-opredelyat-luchshego-pedagoga-po-bashkirskomu-yazyku-i-vyberut-uchitelya-goda-3107247

Автор:Ләйсән Закирова
Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас