“Яҙыл да бүләк от!” уйыны еңеүселәрен ҡотлайбыҙ!
“Аманат” журналы редакцияһы “Яҙыл да бүләк от!” уйыны еңеүселәрен ихлас ҡотлап, бүләктәрҙе тарата башланы.
Бөгөн 102-се Башҡорт гимназияһы уҡыусылары Вилдан Хамматов менән Эльвина Ҡотлоғужинаның ҡыуаныслы көнө. Улар “АМАНАТ” журналына 2023 йылдың 1-се яртыһына яҙылып, “Яҙыл да бүләк от!” уйынында ҡатнашып, бүләктәр отто.
Редакция хеҙмәткәрҙәре Рәзил Бикбулатов менән Зөбәржәт Яҡупова гимназия коллективы алдында был уҡыусыларға тантаналы рәүештә “Яҙыл да бүләк от!” уйынында отҡан бүләктәрен алып барып тапшырҙы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Вилдандың өлөшөнә МОБИЛЬ АККУМУЛЯТОР төшкәйне, ә Эльвинаның бәхетенә “АМАНАТ”ТЫҢ ФИРМА СӘҒӘТЕ эләккәйне!
Афарин! Бәхетле уҡыусыларҙы ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Уҡыуҙарында уңыштар, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ!
“Аманат”журналы менән бергә һәм берҙәм булайыҡ!