-20 °С
Болотло
Башҡортостанда 17 йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләр һәм йөклө ҡатын-ҡыҙҙар өсөн берҙәм пособие буйынса чат-бот эшләй башланы. Уны Республика менән идара итеү үҙәге Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе менән берлектә әҙерләгән.
Һанлы ярҙамсы пособиеға ингән ярҙам саралары, уның күләме, ғаризаны тултырыу һәм ҡарау ваҡыты, шулай уҡ граждандарҙың түләүҙәр алырға тейешле категориялары тураһында мәғлүмәттәр бирә.
Telegram мессенджерында чат-бот https://t.me/deti_posobie_BashBot.