+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Ғинуар 2023, 11:21

2023 йылда әсәлек капиталының күләме билдәле булды

2023 йылдың 1 февраленән социаль түләүҙәрҙе 11,9% индексациялауға сығымдар 152,4 миллиард һум тәшкил итәсәк.

2023 йылда әсәлек капиталының күләме билдәле булды
2023 йылда әсәлек капиталының күләме билдәле булды

1 февралдән беренсе балаға әсәлек капиталы күләме  — яҡынса 587 мең һумға, икенсеһенә иһә 775,6 мең һумға еткерелә. Был турала 19 ғинуарҙа Рәсәй Финанс министрлығының рәсми сайты хәбәр итә.

«2023 йылдың 1 февраленән социаль түләүҙәрҙе 11,9% индексациялауға сығымдар 152,4 миллиард һум тәшкил итәсәк. Индексация  40-тан ашыу социаль ярҙам сараһына, шул иҫәптән бала тәрбиәләү буйынса пособиеға, инвалидтарға, ветерандарға һәм чернобылселәргә айлыҡ түләүҙәргә, айлыҡ страховка түләүенә ҡағыла», — тип билдәләнә ведомство сайтында.

Бынан алдараҡ Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәй Хөкүмәтенә быйыл хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен инфляция кимәленән юғарыраҡ индексацияларға ҡушҡайны.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-01-19/stal-izvesten-razmer-matkapitala-v-2023-godu-3112017

Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас: