-20 °С
Болотло
«Байыҡ» башҡорт бейеүе телевизион конкурсының яңы миҙгеленә ғаризалар ҡабул итеү башланды.
Һайлап алыу турҙары онлайн уҙғарыла, тип хәбәр итә Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте. Конкурс ике йәш категорияһы буйынса үткәрелә:
I категория — 16-35 йәш: соло, дуэт, трио, ансамблдәр;
II категория — 36 йәштән өлкәндәр: соло, дуэт, трио, ансамблдәр.
2023 йылдың 8 февраленә тиклем хореографик композицияның видеояҙмаһын конкурстың [email protected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.
Өҫтәмә мәғлүмәт өсөн телефон: 8 (347) 262-87-00 (өҫтәмә код – 725).