+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Ғинуар 2023, 15:46

Бәрәңге ҡоймағы

Кәрәк буласаҡ: 5 бәрәңге,1 һуған,2 тырнаҡ һарымһаҡ,2 йомортҡа,Тоҙ, тәмләткестәр,3 аш ҡалағы он.

Бәрәңге ҡоймағы
Бәрәңге ҡоймағы

ӘҘЕРЛӘҮ:
Бәрәңгене таҙартып, эре ҡырғыс аша ҡырабыҙ. Ҡараймаһын өсөн аҙ ғына һөт ҡоябыҙ өҫтөнә.

Һуғанды ваҡ итеп турайбыҙ.

Һарымһаҡты иҙәбеҙ.

Бәрәңгене һыуынан һығып алабыҙ ҙа йомортҡа, он, тоҙ, тәмләткестәрҙе, һуған, һарымһаҡты ҡушып бутайбыҙ.

Көнбағыш майы һалып ҡыҙҙырылған табала ҡалаҡ менән матурлап һалып ике яғын да ҡыҙҙырабыҙ. Йоҡараҡ булһа тиҙерәк бешә.

Өҫтәлгә ҡаймаҡ менән бирергә була.

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: