-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Ғинуар 2023, 13:05

24 ҒИНУАР 1736 ЙЫЛ...

Башҡортостандың төньяғында урынлашҡан хәҙерге Асҡын районы ерҙәрендә күпме ҡан ҡойош булғандыр, Хоҙай үҙе генә белә. Әммә шуларҙың иң ҡанһыҙы – бер төн эсендә гөрләп торған ауылды көл-күмергә ҡалдырған Һөйәнтүҙ (Һөйәнтөҫ, Һөйәнтүҫ) фажиғәһе әле булһа онотолмаған.

24 ҒИНУАР 1736 ЙЫЛ...
24 ҒИНУАР 1736 ЙЫЛ...

Ҡара ла ғына урман ҡая бите,
Шаулайҙыр ҙа кисен ел саҡта.
Ташҡайҙарға соҡоп ҡарғыш яҙҙым,
Ейәндәрем уҡыр бер саҡта.
(Башҡорт халыҡ йыры «Тәфтиләү»)

Башҡортостандың төньяғында урынлашҡан хәҙерге Асҡын районы ерҙәрендә күпме ҡан ҡойош булғандыр, Хоҙай үҙе генә белә. Әммә шуларҙың иң ҡанһыҙы – бер төн эсендә гөрләп торған ауылды көл-күмергә ҡалдырған Һөйәнтүҙ (Һөйәнтөҫ, Һөйәнтүҫ) фажиғәһе әле булһа онотолмаған.

Фажиғә 1735 – 1740 йылдарҙағы ихтилал менән бәйле. Рәсәй батшабикәһе Анна Иоановна, башҡорт ерҙәре аша үткән империя сиктәрен нығытырға ниәт итеп, төбәккә И. Кириллов етәкселегендә экспедиция ебәрә. Кирилловҡа ярҙамсы итеп ҡаҙаҡ ханы Әбелхәйер менән дипломатик һөйләшеүҙәрҙә үҙен күрһәтеп өлгөргән, башҡорттар өсөн исеме ҡатил һүҙенең синонимына әйләнәсәк суҡындырылған татар мырҙаһы Алексей Иванович (Ҡотломөхәмәт Мамеш улы) Тевкелев бирелә. Экспедицияның бурысы – Башҡор­тос­тандың көньяғында яңы ҡала һалыу һәм сик буйлап терәк ҡәлғәләр төҙөү. Батша хөкүмәте башҡорт­тарҙан уларҙың ерендә ҡала төҙөү өсөн ризалыҡ һорау ғына түгел, ә хатта уларҙы был хаҡта иҫкәртеүҙе кәрәк тип тапмай. Ризаһыҙ башҡорттар баш күтәрә.

Хәҙерге Асҡын районына ҡараған ерҙәрҙә баш күтәреүселәрҙең бер төркөмө (700 кеше) Тевкелев отрядын тау-таш араһында һағалап тороп, ҡыйратырға ниәтләй. Әммә Һөйәнтүҙ ауылына килеп еткәс, Тевкелев башҡорттарҙың серен белеп ҡала һәм ауыл халҡынан үс ала башлай. Һөйәнтүҙ халҡын ҡот осҡос язалауға дусар итә ул. Меңгә яҡын кешене, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға тип ҡарап тормай, атып, штыктан сәнсеп үлтертә. 105 кешене бер һарай эсенә ҡыуып индереп, тереләй ян­ды­­ралар. Һөйәнтүҙ ауы­лын көл-күмергә ҡалдырғандан һуң, Тев­келев артынан ҡанлы эҙ тағы ла әллә күпме саҡрымға һуҙыла әле – уның юлындағы 51 ауыл ер менән тигеҙләнә, ике меңдән ашыу бер ғәйепһеҙ башҡорт ҡорбан була, уларҙың ҡатындары һәм балалары хәрби вазифалыларға таратып бирелә....

2002 йылда Һөйәнтүҙ (Һөйәнтөҫ, Һөйәнтүҫ) ауылы урынында фажиғә хаҡында хәтерләтеп тороусы стела ҡуйылды.

Һарҫ, Төй, Ҡариҙел буйындағы яндырылған башҡорт ауылдарының аяныслы тарихы бер ваҡытта ла онотолорға тейеш түгел. Тарихыбыҙ бар икән, үткәндәребеҙҙе хәтерләйбеҙ икән, рухланабыҙ һәм сәмләнәбеҙ икән, тимәк, беҙҙең айырым халыҡ булараҡ ер йөҙөндә йәшәргә хаҡыбыҙ бар. Һөйәнтүҙ фажиғәһеләй аяныслы хәлдәр ҡабатланмаһын, киреһенсә, яңы ауылдар ҡалҡһын, көсәйһен, ишәйһен халҡым, тип теләк теләне барыһы ла. Үткәндәрҙең ауазы булып, килер бәләләрҙән иҫкәртеп, «Тәфтиләү» ҙә һәр ваҡыт сыңлаһын ҡолаҡтарҙа:

Ҡайнап ҡына торған Иҙел аша
Тәфтиләүҙәр кисеү таба алмаҫ.
Ир- егеткәйҙәрҙең, ай, өмөтөн
Тәфтиләүҙәр генә быуа алмаҫ.

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: