+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Ғинуар 2023, 11:09

Бөгөн - студенттар көнө!

Барлыҡ студенттарҙы ҡасандыр студент булғандарҙы байрамдары менән ҡотлайбыҙ! Һеҙгә уҡыуығыҙҙа уңыштар, бәхетле тормош теләйбеҙ. 

Бөгөн - студенттар көнө!
Бөгөн - студенттар көнө!

1755 йылдың 25 ғинуарында – Изге Татьяна көнөндә батшабикә Елизавета Петровна тарафынан илебеҙҙең беренсе ҙур уҡыу йорто – Мәскәү университетына нигеҙ һалына. Ошо көндән башлап студенттар уны үҙенең байрамы тип һанай, был көндө кисәләр, тантаналы саралар, күңел асыуҙар ойошторола.
2005 йылда байрам дәүләт кимәлендә рәсмиләштерелеп, Президент Владимир Путин 25 ғинуарҙы Рәсәй студенттары көнө итеп билдәләү Указына ҡул ҡуя.

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: