+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Ғинуар 2023, 08:42

Яҡташыбыҙ махсус хәрби операцияла күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнде

Шаран районында тыуып үҫкән Рәмил Х. махсус хәрби операция барышында гражданлыҡ бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡаһарманлығы һәм фиҙакәрлеге өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.  

«Башинформ» мәғлүмәттәре буйынса, ул 2022 йылдың июненән үҙ теләге менән махсус операцияла ҡатнашҡан. Хәрби бурысын үтәгәндә яраланып, госпиталгә оҙатылған. Ғәскәри часть командиры бойороғо буйынса биләгән вазифаһынан бушатылған һәм демобилизацияланған.

«Рәмил төшөнкөлөккә бирелмәй һәм һауығып, хәрби хеҙмәткә барырға йыйына. «Батырлыҡ өсөн» миҙалы абруйлы наградаға әүерелде, сөнки уны яуҙа ҡаһарманлыҡ күрһәткән өсөн тапшыралар», — тип яҙҙы Шаран районы башлығы Фидан Ишемғолов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-01-27/dobrovolets-iz-bashkirii-za-proyavlennoe-na-svo-muzhestvo-nagrazhden-medalyu-za-otvagu-3121475

Автор:Ләйсән Закирова

Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас: