+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Февраль 2023, 21:32

Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы студенттары өсөн баш ҡаланың «Родина» кинотеатрында “Дуҫлыҡ дәресе” үтте

Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған “Берҙәмлектә-көс!” асыҡ дәресе барышында студенттар Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән “Өс таған” нәфис фильмын ҡаранылар.

Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы студенттары өсөн баш ҡаланың «Родина» кинотеатрында “Дуҫлыҡ дәресе” үтте
Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы студенттары өсөн баш ҡаланың «Родина» кинотеатрында “Дуҫлыҡ дәресе” үтте

Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған “Берҙәмлектә-көс!” асыҡ дәресе барышында студенттар Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән “Өс таған” нәфис фильмын ҡаранылар. Фекер алышыуҙа Республика инженер лицей-интернатының 11-се синыф уҡыусыһы, фильмда Ғабдулла ролен башҡарыусы Илдар Биҡҡолов һәм Өфө автотранспорт колледжы студенты, Вәзир ролен башҡарыусы Арыҫлан Ғәлиев ҡатнашты. Социаль селтәрҙәге дуҫлыҡты ысын тормошта булдырыу тураһында ҡыҙыҡлы әңгәмә бөтә уҡыусыларға ла, ҡунаҡтарға ла фәһемле булды.

Бөгөнгө асыҡ дәрес колледждың «РӘМИ дәресе» проекты сиктәрендә үткәрелгән сараларҙың тәүгеһе түгел. Яңы форматтағы саралар Башҡортостан киноиндустрияһына, башҡорт фильмдарына, туған телгә йәш быуында ҡыҙыҡһыныу уята, студенттарҙа әҙәп - әхлаҡ, дуҫлыҡ тойғоларын үҫтерә, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләй”, — тип билдәләне Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы директоры Ришат Сабитов.

 

Өфө сауҙа-иҡтисад колледжының

матбуғат хеҙмәте

 

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: