+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Февраль 2023, 17:50

Перәник

Бер стакан шәкәр, ике йомортҡаның һарыһын, береһенең ағын, бер аш ҡалағы бал, өс аш ҡалағы үҫемлек майы, бер сәй ҡалағы сода, ике стакан ярым он, 350 миллилитр кефир алабыҙ.

Перәник
Перәник

Крем өсөн - бер йомортҡаның ағы, өс аш ҡалағы шәкәр.

Бер йомортҡаның ағын айырып алып, шәкәр менән бергә туғып крем эшләйбеҙ. Ҡалған йомортҡаға бал, шәкәр, кефир, үҫемлек майы ҡушып, һәйбәтләп бутайбыҙ, уға он өҫтәп, ҡамыр баҫабыҙ. Соданы кефирға һалабыҙ. Әҙер ҡамырҙы йәйеп, стакан менән киҫәбеҙ. Духовканы 180-200 градусҡа тиклем йылытып, 25 минут бешерәбеҙ. Шунан перәниктәрҙе алып крем һылайбыҙ ҙа тағы ла ун минутҡа духовкаға ҡуйып алабыҙ. 

Сәйегеҙ тәмле булһын!

Автор:Файҙалы кәңәштәр
Читайте нас: