+10 °С
Ясно
Яңылыҡтар
2 Марта 2023, 03:47

Башҡортостанда алдағы өс көндә йәнә һауа температураһы ҡапыл үҙгәрә

Һауа температураһы төндә -10, -15, аяҙытҡанда -20, көндөҙ -5, -10 градус.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда алдағы өс көндә йәнә һауа температураһы ҡапыл үҙгәрәБашҡортостанда алдағы өс көндә йәнә һауа температураһы ҡапыл үҙгәрә
Башҡортостанда алдағы өс көндә йәнә һауа температураһы ҡапыл үҙгәрә

Башҡортостанда алдағы өс көндә йәнә һауа температураһы ҡапыл үҙгәрә. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, 2 мартта бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә, айырым райондарҙа буран, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Термометр бағанаһы көндөҙ -4, -9 градус күрһәтәсәк.

Йома, 3 мартта, бер аҙ ҡар яуыуы фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -10, -15, аяҙытҡанда -20, көндөҙ -5, -10 градус.

Шәмбе, 4 мартта, ҡар, төндә бер аҙ ҡар, көндөҙ юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -7, -12, аяҙытҡанда -14, -19, көндөҙ 0, -5 градус.

Гзәлиә Хәмитова төшөргән фото. Бөрйән районы, Һарғая ауылы.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас