+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Март 2023, 09:05

Руслан Кәримов 36 ҡар бабай яһаған!

28 февраль Рәсәйҙә ҡар бабайҙар көнө. Шуға ла Руслан үҙе йәшәгән йорт алдында был көндө үҙенсәлекле билдәләргә булған.

Руслан Кәримов 36 ҡар бабай яһаған!
Руслан Кәримов 36 ҡар бабай яһаған!

28 февраль Рәсәйҙә ҡар бабайҙар көнө. Шуға ла Руслан үҙе йәшәгән йорт алдында был көндө үҙенсәлекле билдәләргә булған. 

28 февралдә иртән Баш ҡаланың Революцион урамындағы күп ҡатлы йортта йәшәүселәр аптырашта ҡалған. 36 ҡар бабайҙы кемдер эшләгән. Уларҙың барлыҡҡа килтереүсеһе - 28 йәшлек Руслан Кәримов һөйләүенсә, идея уның башына тап килеүе осраҡлы түгел.

- Кисен эштән ҡайтҡас 28 февралдә Рәсәйҙә ҡар бабайҙар көнө билдәләнгәнем белдем. Төнгө 11-се яртыла урамға сыҡтым һәм тәүҙә балалар майҙансығы эргәһендә 12 ҡар бабай яһаным. Унда улар бер кемгә лә ҡамасауламай, шуға күрә иртәнән үк ҡар таҙартыу техникаһын боҙмаясаҡ икәнен белдем. Һөҙөмтә миңә бик оҡшаны, шуға күрә тағы 24 ҡар бабайҙы яһаным. 108 ҡарлы шар, бөтәһе 36 ҡар бабай килеп сыҡты. Уларға дөйөм алғанда 6 сәғәт китте, - тип уртаҡлаша Руслан Кәримов.

Егеттең әйтеүе буйынса, эш барышында күршеләре тәҙрә аша ҡарап йылмаялар ине һәм был шәп идея тигән һүҙҙәр әйткән. Был эш күптәрҙең күңеленә яҡын килгән, шуға күрә 2 тәүлек самаһы бер ҡар бабай ҙа зыян күрмәгән - бөтәһе лә "иҫән-һау" ғына.

Ә балаларға һәм уларҙың ата-әсәләренә был эш тик ҡыуаныс килтерҙе.

фото: Руслан Кәримовтың сәхифәһенән

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: