+14 °С
Болотло
Яңылыҡтар
3 Март 2023, 03:25

Башҡортостанда «Йәш килен» республика этноконкурсы башлана

Ошо көндәрҙә Башҡортостанда «Йәш килен» республика этноконкурсы башлана, унда Ырымбур өлкәһенән Әнисә Булатова ла ҡатнаша. Ул Рәйсә һәм Ғәли Сарбаевтарҙың ишле ғаиләһендә тыуып үҫкән.

Башҡортостанда «Йәш килен» республика этноконкурсы башланаБашҡортостанда «Йәш килен» республика этноконкурсы башлана
Башҡортостанда «Йәш килен» республика этноконкурсы башлана

Ошо көндәрҙә Башҡортостанда «Йәш килен» республика этноконкурсы башлана, унда Ырымбур өлкәһенән Әнисә Булатова ла ҡатнаша. Ул Рәйсә һәм Ғәли Сарбаевтарҙың ишле ғаиләһендә тыуып үҫкән.

Конкурсты ойоштороусылар «Башинформ»ға ғаиләнең тарихын һөйләне. Ағаһы менән апаһы, мәктәпте бөтөп, тыуған ояларынан сығып киткәс, Әнисә яңғыҙы тороп ҡалған. Ҡыҙҙарына күңеллерәк булһын өсөн Сарбаевтар балалар йортонан һеңле алып ҡайтырға булған. Ләкин бер бала урынына өс ҡыҙ алғандар. Береһе — 7 йәшлек Әнисәнән бер йәшкә өлкәнерәк, икенсеһе уның тиҫтере булған, өсөнсөһө иһә балалар баҡсаһынан йөрөгән. Рәйсә Әхмәҙулла ҡыҙы менән Ғәли Ғәфиәт улы уларға һөйөүен, иғтибарын йәлләмәгән. Ярты йылдан һуң ғаилә тағы өс баланы тәрбиәгә алған, һуңынан башҡа малайҙар һәм ҡыҙҙар ошо йортта ата-әсә наҙын татыған. Хәҙер Сарбаевтарҙа алты бер туған йәшәй. Өлкән балалар үҙҙәре ғаилә ҡорған, башҡалары колледждарҙа, мәктәптә уҡып йөрөй. Иң бәләкәйе — икенсе класта.

Әнисә Ғәли ҡыҙы шәфҡәт туташына уҡыған. Тормош иптәше Владик менән ике ул тәрбиәләй. «Татыу ғаиләлә тыуып үҫкәнемә бик шатмын. Балаларымдың да бер-береһенә ҡарата ихтирамлы булыуҙарын теләйем. Һәр ғаиләлә гармония булһын ине»,  — ти Әнисә Булатова.

«Йәш килен» республика этноконкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итеү бара. Конкурс милли ғаилә традицияларын тергеҙеүгә һәм һаҡлауға, никах һәм ғаилә институтына, ғаилә мәҙәниәте нигеҙҙәренә ыңғай мөнәсәбәт тәрбиәләүгә, әсә, ҡатын, йәш әсә образын популярлаштырыуға йүнәлтелгән.

Конкурста Башҡортостандан һәм илдең башҡа төбәктәренән башҡорт телен йәки үҙ диалектын, үҙ халҡының йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен, шәжәрәһен, милли аш-һыуын белгән 35 йәшкә тиклемге килендәр ҡатнашырға мөмкин.

Тәүге һайлап алыу туры 10 мартҡа тиклем булһа, икенсе һуңғы тур 17-18 мартта Балтас районының Иҫке Балтас ауылы Мәҙәниәт һарайында үткәрелә.

Конкурсты ойоштороусылар: Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Балтас районы хакимиәте.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-03-02/uchastnitsa-etnokonkursa-molodyh-nevestok-vospityvalas-v-mnogodetnoy-semie-gde-bylo-17-detey-3162270

Башҡортостанда «Йәш килен» республика этноконкурсы башлана
Башҡортостанда «Йәш килен» республика этноконкурсы башлана
Автор:"Башинформ"
Читайте нас