Атай, һинең тыйнаҡ йылмайыуың,
Сабырлығың, тыныс аҡылың
Бәләкәйҙән миңә терәк булды,
Һин булғанға бөгөн аҡ юлым.
Атайҙарыбыҙға хөрмәт йөҙөнән беҙ, 7а класы уҡыусылары, ҡыштың һуңғы көнөндә уларҙы ҡышҡы походҡа саҡырҙыҡ. Эх, ниндәй күңелле икән ҡышҡы тәбиғәт! Бында беҙ уйындар уйнаныҡ, ярыштыҡ, усаҡ тирәләй ултырып гитарала йырҙар ҙа йырланыҡ һәм әлбиттә байрам бүләктәре тапшырҙыҡ. Ә инде сарабыҙҙың иң тәмле өлөшөндә утта тәмлекәстәр ҡыҙҙырып ашаныҡ.
Бындай күңелле, кәрәкле сараны ойошторған атай-әсәйҙәребеҙгә, класс етәксебеҙ Айгөл Рәшит ҡыҙына оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
https://vk.com/public132671310 төркөмөнән