

1 март - Бөтә донъя Граждандар оборонаһы көнө.
Граждандар оборонаһы – ул ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуған осраҡта халыҡты, Рәсәй Федерацияһы биләмәһендәге матди һәм мәҙәни ҡиммәттәрҙе яҡлау маҡсатында алып барылған сара.
Илдең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса барлыҡҡа килгән граждандар оборонаһының әһәмиәте бөгөн дә актуаль. Оборонаның төп бурыстарының береһе – халыҡтың именлеген һаҡлау. Шуның өсөн дә был йәһәттән һәр кем мәғлүмәтле булырға тейеш.
Иҫәнғол ауылы М.С.Бураҡаева исемендәге Башҡорт гимназия-интернатының 5 -11 класс уҡыусылары өсөн, Бөтә донъя Граждандар оборонаһы көнөнә арналған сараға ҡарата, Башҡортостан республикаһының ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса янғынға ҡаршы иҫкәртеү инструкторы Муллакаев Альберт Рәшит улы менән әңгәмәләшеү үтте.
Донъялар имен, тыныс булһын. Бәлә-ҡазалар урап үтһен.
https://vk.com/club140475177 төркөмө