

Өләсәйем – донъямды балҡытыусым!
Минең Зиләрә исемле бик мөләйем, изге күңелле өләсәйем бар. Уның исеме яҡтыртыусы, балҡыусы тигәнде аңлата. Исеме үҙенә тап килеп тора. Ысынлап та ул беҙҙең өйҙөң йәме, ҡояшы. Уның күҙҙәре яғымлы, бар нимәне күреп тороусан.
Өләсәйем 33 йыл мәктәптә эшләгән. Әлеге көндә Солтанморат ауылының хакимиәтендә эшләп йөрөй. Мин Зиләрә өләсәйемде уҡыуҙан һағынып ҡайтам. Аҙна буйы ул да мине һағынып көтөп ала. Тәмле аштары, телеңде йоторлоҡ күпереп бешкән ҡоймаҡтары менән ҡаршы ала!
Өләсәйем талапсан һәм ҡайғыртыусан. Үҙе бик эшһөйәр. Шуға мине лә эшкә өйрәтә, тик торғанды бер ҙә яратмай. Уҡыу йылы башынан бик күп конкурстарҙа ҡатнашырға ярҙам итә. Уның дуҫтары ла күп. Кешеләр изге күңелле , ярҙамсыл булғаны өсөн хөрмәт итә.
Мин шундай өләсәйем булыуына ҡыуанып бөтә алмайым. Минең серҙәшем дә ул! Хатта әсәйемә әйтмәгән серҙәремде лә сисәм уға. Ул миңә үҙенең кәңәштәрен бирә, дөрөҫ юл күрһәтә. Беҙ уның менән оҡшағанбыҙ! Беҙҙең тыуған көндәр ҙә март айында. Өләсәйем 7 март тыуған көнөн ҡаршылаһа, минеке - 8 Март ! Әсәйем әйтмешләй: “ Өләсәйемә 8 Март бүләге мин!”
Байрам һәм тыуған көнө менән ҡотлап өләсәйемә һәм барлыҡ әсәй-өләсәйҙәргә һаулыҡ , бәхет теләйем!
Таһир Рәхимов,
Ауырғазы районы,
Рәшит Назаров исемендәге
Талбазы башҡорт гимназияһының
1-се синыф уҡыусыһы