Ватанды һаҡлаусылар көнө байрамы. Был беҙҙең олатайҙарыбыҙҙың, атайҙарыбыҙҙың, ағайҙарыбыҙҙың һәм, әлбиттә, малайҙарыбыҙҙың байрамы.
4а класы уҡыусыларына - буласаҡ һаҡлаусыларыбыҙға, яҡлаусыларыбыҙға “Йәгеҙ әле, малайҙар!” исемле байрам үткәрҙек.
Малайҙарыбыҙ көслө, ныҡлы, тимер йөрәкле батыр булып үҫеүҙәрен, тыуган илебеҙҙең кәрәкле кешеләре булып, тормошта үҙ урындарын табыуҙарын теләйбеҙ. Безгә – ҡызҙарга, әсәйҙәргә, өләсәйҙәргә ныклы терәк булырҙар, тип ышанабыҙ.
Һәр тыуған таң ерҙә тыныс булһын,
Имен булһын ине доньялар.
Аяҙ күгебеҙҙе болот ҡапламаһын,
Йылмайһындар ерҙә балалар.
#навигаторыдетства #Росдетцентр #навигаторозащитниках #РДДМРБ #НавигаторыДетстваРБ.